Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май 2022, 17:00

КУБОК ЮБИЛЕЙҒА АРНАЛДЫ

Ҡаланың боҙ һарайында «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «702» һәм Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең «Торатау» командалары осрашты.

КУБОК ЮБИЛЕЙҒА АРНАЛДЫ
КУБОК ЮБИЛЕЙҒА АРНАЛДЫ

Иптәштәрсә хоккей матчын Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов асты. Командаларҙың барыһына ла лайыҡлы уйын теләп, башҡорт нефтенең 90 йыллығы менән ҡотланы.

Хоккей - иң мауыҡтырғыс спорт төрҙәренең береһе. Уйын тәүге минутынан уҡ көсөргәнешле башланды, хоккейсыларҙы ла көйәрмәндәр һәр саҡ дәртләндереп, алҡышлап торҙо. Трибунала шау-шыу матч тамамланғансы тынманы. Һәр команда еңеү өсөн тырышты.

- Уйын башҡорт нефтенең 90 йыллығына арналды. Еңеүгә ынтылыш ҙур. Байрам беҙҙеке, шуның өсөн беҙ еңергә тейеш, - тине “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы Валерий Горбатов.

- Беҙ Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте исеменән сығыш яһайбыҙ. Бындай уйындар йыл һайын үтә һәм беҙ уйын һайын осрашабыҙ. Еңеүгә өмөт ҙур, - тине Рәсәй геройы А.В.Доставалов исемендәге кадет корпусы директоры Александр Медведев.

Көсөргәнешле алышта «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «702» командаһы еңеү яуланы. Уйынсылар был спорт сараһында иҫтәлекле датаны ла данланы, дуҫлыҡты ла нығытты.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: