Спорт
8 Апрель 2022, 09:00

Маҡарҙа теннис буйынса турнир уҙҙы

7 апрель Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнә. Ул 1948 йылдың 7 апреленән — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә. Ошо тарихи мәлдән алып ойошмаға донъяның 194 дәүләте ағза булып ингән. “Был көндө билдәләү ни өсөн кәрәк?” тигән һорауға яуап бар: кеше үҙенең тормошонда сәләмәтлектең ниндәй мөһим урын алыуын аңлаһын өсөн.

Маҡарҙа теннис буйынса турнир уҙҙыМаҡарҙа теннис буйынса турнир уҙҙы
Маҡарҙа теннис буйынса турнир уҙҙы

Маҡар мәҙәниәт йортонда ошо көнгә ҡарата бик матур сара - ауыл йәштәре һәм урта йәштәгеләр өсөн теннис буйынса турнир ойошторолдо.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Айбулат Мәҡсүтов, икенсе - Лилиә Алтынбаева һәм өсөнсө урынды - Ринат Яхин яуланы.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла һәр саҡ шулай әүҙем булып, сәләмәт тормошта йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ!

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Маҡарҙа теннис буйынса турнир уҙҙы
Маҡарҙа теннис буйынса турнир уҙҙы
Маҡарҙа теннис буйынса турнир уҙҙы
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас