Спорт
20 Февраль 2022, 08:00

Маҡарҙа "Собр" һәм "Омон" командалары көс һынашты

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Маҡар ауылы спортзалында егеттәр өсөн спорт ярыштары уҙғарылды.

Маҡарҙа "Собр" һәм "Омон" командалары көс һынаштыМаҡарҙа "Собр" һәм "Омон" командалары көс һынашты
Маҡарҙа "Собр" һәм "Омон" командалары көс һынашты

"Собр" һәм "Омон" командалары етеҙлектә, таһыллыҡта, мәргәнлектә, турникта тартылыу, арҡан тартышыу кеүек көс талап иткән ярыштарҙа көстәрен һынап ҡаранылар.

Сәмләнеп ярышҡан егеттәргә ҡарап ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне, әле бер команда, әле икенсеһе алдынғылыҡты бирмәй ярыштылар.

Шулай ҙа ярыш булғас еңеүсеһе лә була тигәндәй, был сарала "Собр" командаһы беренсе урынға сыҡты. Һуңынан егеттәр үҙ-ара волейбол уйнанылар.

Кисәлә ҡатнашҡан егеттәрҙе спорт һәм туризм буйынса методист Ә.Ю.Әлмөхәмәтов байрам менән ҡотланы.

Афарин,егеттәр!Ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашып тороғоҙ. Илдәребеҙ имен булһын!Байрам менән хөрмәтле ир-егеттәр!

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Маҡарҙа "Собр" һәм "Омон" командалары көс һынашты
Маҡарҙа "Собр" һәм "Омон" командалары көс һынашты
Маҡарҙа "Собр" һәм "Омон" командалары көс һынашты
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас