Спорт
7 Февраль 2022, 07:00

Ишәйҙәр - еңеүсе!

Ишәй ауылы мәҙәниәт йортонда ауыл Советтары араһында гер спорты буйынса Ишембай районы беренселеге үтте. Ир-егеттәр - 24, ҡатын-ҡыҙҙар 16 килограмлыҡ гер күтәрҙе.

Ишәйҙәр - еңеүсе!Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!

Көсөргәнешле ярышта Ишәй ауыл Советы командаһы 98 мәрәй менән еңеү яуланы. Икенсе урында - 86 мәрәй менән Һайран ауыл советы һәм өсөнсө урында 53 мәрәй менән Ҡолғона ауыл Советы командалары. Шәхси зачетта 63 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Руслан Солтанбаева, Урал Мөхйэнов (68 килограмға тиклем), Ғәзиз Хәбиров (78 килограмға тиклем), Илнур Баймөхәмәтов (73 килограмға тиклемге), Рөстәм Хәсәнов (85 килограмға тиклем), Илшат Әминев (85 килограмдан артыҡ) һәм Алһыу Хәсәнова (58 килограмға тиклем) еңеүсе булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.

 

Фото: https://vk.com/club72498470

Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!
Ишәйҙәр - еңеүсе!
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас