

Был спорт сараһында 12 белем биреү учреждениеһынан барлығы 250 уҡыусы ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһының чемпионаты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIV Спартакиадаһына зачет булып иҫәпләнәсәк.
Егеттәр турнирында беренсе урынды Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы яулай. Икенсе урынға З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты лайыҡ булһа, өсөнсөлә – ҡалабыҙҙың 18-се мәктәбе. Ҡыҙҙар араһында еңеүсе булып 2-се башҡорт гимназия-интернатының уҡыусылары таныла. Призерҙар исемлегенә 3-сө, 11-се мәктәп коллективтары инә.