Спорт
23 Сентябрь 2021, 11:19

Башлыҡ ҡулынан Рәхмәт хаты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Ишембай спортсыһы - биатлон буйынса тренер Илгиз Сәмиғуллинға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Башлыҡ ҡулынан Рәхмәт хатыБашлыҡ ҡулынан Рәхмәт хаты
Башлыҡ ҡулынан Рәхмәт хаты

16-21 сентябрҙә Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында үҫмерҙәр араһында йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Унда илдең төрлө төбәктәренән 192 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында 12 спортсы ҡатнашты.
Радий Фәрит улы Беренселекте асыу тантанаһында күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн биатлон буйынса тренер Илгиз Нурғаян улына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/skibase_ishimbay

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас