

Өфөлә үткән ГТО фестивалендә Башҡортостандың 19 районынан командалар ҡатнаша. Ҡалабыҙҙың 3-сө спорт мәктәбенең гер спорты буйынса тренеры Рөстәм Хәсәнов урындан 269 см оҙонлоҡҡа һикереп ГТО-ның республика рекордын үтәй.
Ҡотлаү мәлендә ул сәхнәгә бәләкәй улы менән күтәрелеп, миҙалын сабыйының муйынына элә. Янғын һағында хеҙмәт иткән спортсы «Илебеҙ флагы аҫтында» акцияһына ҡушылып, Рәсәй триколоры менән фотоға төшә.