

Ишембай ҡалаһы бөтә Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә арҙаҡлы булған спортсылар әҙерләүе менән данлыҡлы – шуға ла бында Физкультурниктар көнөн ҙур ҡыуаныс менән ҡаршылайҙар.
Ошо уңайҙан редакциябыҙға яңыраҡ 80 йәшен билдәләгән еңел атлетика марафонсыһы, ветерандар араһында кросс-кантри буйынса донъя чемпионы Рауил Миһрановты саҡырҙыҡ. Ул саңғы базаһында 30 километр йүгереп килгәндән, йәғни 3 сәғәт тә 15 минутлыҡ күнекмәһенән һуң беҙҙең әңгәмәгә ихлас ҡушылды.
- Рауил ағай, бай йөкмәткеле тормош юлығыҙҙа төп маҡсатығыҙ булып һәр саҡ олоһона ла, кесеһенә лә спортты пропагандалау тора. Ә бына уға һөйөү үҙ башланғысын ҡайҙан ала?
- Мин тыуып үҫкән Көйөргәҙе районы Бәләкәй Муса ауылында мәктәп дүрт класлыҡ ине. Ә 5-7-се кластарҙа биш километрлыҡ араны үтеп, күрше ауылға йөрөп уҡырға тура килде. Һыуыҡ булһынмы,ҡар-ямғыр яуып торһонмо – өс йыл буйы көн һайын 10 километр үтелде. Бына шул саҡта сыҙамлыҡҡа, сабырлыҡҡа нигеҙ һалынды, тиһәң дә була. Мәктәптә уҡығанда беҙ, ауыл балалары, саңғыла йөрөргә яраттыҡ. 7-се класты тамамлап, Салауат ҡалаһында 12-се төҙөүселәр училищеһында уҡып йөрөгән ваҡытта миңә хеҙмәт резервтары беренселегендә ҡатнашыу өсөн саңғы бирҙеләр. Сарала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәс, уҡыу учреждениеһында был спорт төрө менән әүҙем шөғөлләнә башланым. Артабан Башҡортостандың саңғы буйынса хеҙмәт резервтарының һәм үҫмер спортсыларының йыйылма командаларында ярыштым. Училищены тамамлағандан һуң, мине Салауат ҡалаһы саңғысыларының йыйылма командаһына саҡырҙылар. Армияға тиклем Владимир Жданов етәкселегендә шөғөлләнеп, спорт мастерлығына кандидат исемен яулау ҙа үҙе бер ҡыуаныс ине. 1962-1965 йылдарҙа Петропавловск-Камчатскиҙа хеҙмәт иткәндә Камчатка флотилияһы саңғысыларының командаһында ла ҡатнашырға тура килде.
- Эш менән спортты бергә нисек алып барҙығыҙ?
- Армиянан ҡайтҡас, «Салаватнефтеоргсинтез» комбинатына эшкә урынлаштым. Элегерәк предприятиелар спортсыларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып ныҡ хәстәрләне, уларға ошо йүнәлештә үҫешергә булышлыҡ итте. Комбинатыбыҙҙың спорт клубы «Нефтехимик» исемен йөрөтә ине. Матур, күңелле саҡтар булды – спорттың бөтә төрҙәре буйынса Советтар Союзы беренселеге үтә торғайны. Әлбиттә, етәкселек спортсыларҙы ярышҡа әҙерләү өсөн эштән бушата. Мәҫәлән, 1 августа китһәк, туғыҙ айҙан һуң саҡ 1 майҙа эшләргә сығабыҙ. Июль айында отпускыла булып, августың беренсе көнөнән тағы күнекмәләргә китәбеҙ. Комбинат спорт клубы эшмәкәрлеген бына шулай итеп ойошторҙо... 1970 йылда ғаилә менән Салауаттан Ишембайға күсеп ҡайттыҡ, сөнки бында саңғы спорты менән шөғөлләнеү өсөн шарттар уңайлы. «Ишембай торлаҡ төҙөлөшө» тресты етәксеһе Михаил Никишенков беҙгә фатир бирҙе. Ә «Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы» директоры Анатолий Саушин мине «спорт эшсеһе» итеп эшкә алды. Ул саҡта шундай төшөнсә булды. 1988-1992 йылдарҙа трикотаждың бөтә бартеры минең ҡул аша үтте – изделиеларҙы шәкәр, ҡарабойҙай, көнбағыш майы, ит кеүек аҙыҡ-түлеккә алыштыра торғайным. Был ризыҡтар хеҙмәткәрҙәргә таратылды. Ауырыраҡ заман ине. Бер яҡтан фабрикаға спорт эшсеһе булараҡ килгәнмен, ә икенсе яҡтан үҙемде спекулянт итеп тойорға мәжбүрмен.
- Ә еңел атлетика буйынса марафонда нисек ҡатнаша башланығыҙ?
- Трикотаж фабрикаһынан эштән киткәс, йәнә саңғы спорты менән ныҡлы шөғөлләнә башланым. Ветерандар араһында Башҡортостан саңғысыларының йыйылма командаһында 1995-2001 йылдарҙа ярышып, Рәсәйҙең ниндәй төбәктәрендә генә булманым. Ләкин призлы урындар алып булмай ҙа ҡуя. Йә 4-се, 5-се урындар, йә 8-се, 10-сы урындар... Тобольскиҙа үткән ярышта бер генә тапҡыр өсөнсө булып килдем. Шунан 2001 йылда Омскиҙа йүгереү буйынса халыҡ-ара марафонда ҡатнашып, 3-сө урын яуланым. 2002 йылда ла шул уҡ ҡалала йүгерҙем. Марафон башланыр алдынан судьяларҙан: «Уҙған йыл беҙҙең төркөмдә еңеүсе Петр Абрамовтың нисәнсе номер?» – тип һораным. Ә бындай сарала кешенең физик торошо, тын алышы буйынса уны еңерлекме-юҡмы икәнен алдан һиҙеп була. Абрамовты ҡыуып еткәс, йәнәш йүгерәбеҙ. Ул да мине күҙәтә. Ҡайҙан, нисәнсе йылғы булыуымды һораша – минең йәш категориямды асыҡлау уға ла мөһим. «Ә һин йәш сағыңда ҡайҙа булдың?» – тип һорай. Саңғы буйынса спорт мастерына кандидат булғанымды белгәс: «Һиңә марафон йүгерергә кәрәк ине» – тине. Ә мин тиҙлекте шәбәйткәндән шәбәйтә барам. Мин 2 сәғәт тә 58 минутта тәғәйен урынға килеп еттем, яңы танышым Петрҙы көтәм. Ул 3 сәғәт тә 5 минутта килде. Шулай итеп, уны 7 минутҡа уҙып мин еңеүсе булып сыҡтым. Аҙаҡ Абрамов минең нисек әҙерләнеүем тураһында ҡыҙыҡһынмайынса булдыра алманы. «Саңғысылар шулай була ул, сыҙамлылар!» – тинем йылмайып. 2003 йылда Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара марафонда 2 сәғәт 56 минутта йүгереп килеп донъя рейтингында беренсе урында торҙом. 2004, 2005 йылдарҙа ошо уҡ ҡаланан еңеү менән ҡайттым. Ә Мәскәү ҡалаһында 2005, 2019, 2020 йылдарҙа еңеүсе булып танылдым. 2017 йылда Өфөлә ойошторолған марафонды 3 сәғәт 38 минут 41 секунд эсендә үтеп Рәсәй рекордын ҡуйҙым. Ҡыҙғанысҡа, инсульт үткәргәндән һуң, 2009-2013 йылдарҙа ял иттем. Шуға ҡарамаҫтан, йүгереү күнекмәләре ҡайтанан аяҡҡа баҫырға ярҙам итте.
- Ғаиләгеҙ тураһында ишетеп китеү ҙә беҙгә ҡыҙыҡ булыр ине.
- Ҡатыным Инера – һеҙҙең яҡташығыҙ, Һайран ауылы ҡыҙы. Беҙ уның менән училищела бергә уҡыныҡ. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1967 йылда уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаным. Тәҡдирме, һынаумы – тәүге ике улыбыҙ ҙа кескәй саҡтарында мәрхүм булып ҡалды. Шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ Римма менән Эльмиранан ике ейәнсәребеҙ, өс ейәнебеҙ бар. Бөгөнгө көндә егеттәрҙең өсөһө лә – спорт мастерына кандидат. Уларҙың киләсәктә ҙур ҡаҙаныштар яулауына һис шигем юҡ. Тағы ла шуны әйткем килә... Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә үткән ҙур ярыштарға әҙерләнгән саҡта физик ҡына түгел, эмоциональ көсөргәнеш тә үткәрергә тура килә. Ҡайһы саҡта күнекмәнән һуң хатта ашағы килмәй. Бына шундай саҡтарҙа Инера апайығыҙ миңә ҙур терәк булып торҙо. Кәйеф ҡырылыуға, төшөнкөлөккә бирелеүгә юл ҡуйманы, рәхмәтлемен уға.
- Рауил ағай, һеҙҙең менән әңгәмәнән күп фәһем алдыҡ, рәхмәт. Иң мөһиме, йүгереүҙең һаулыҡ һәм күңел тыныслығы өсөн ни тиклем файҙалы икәнен белдек. 19 сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк халыҡ-ара марафондан да беҙгә еңеү алып ҡайтырһығыҙ, тип көтөп ҡалабыҙ.
- Рәхмәт. Ә һеҙгә теләгем – йүгерегеҙ, йүгерегеҙ һәм йүгерегеҙ...