Спорт
6 Июль 2021, 11:40

ТРИАТЛОН – СЫҘАМЛЫЛАР ӨЛӨШӨ

Ошо көндәрҙә 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе Ишембай триатлонсылары республика ярыштарынан биш миҙал менән ҡайтты.

Ошо көндәрҙә 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе Ишембай триатлонсылары республика ярыштарынан биш миҙал менән ҡайтты.
Дүрт алтын һәм бер көмөш. Был спорт төрө буйынса Башҡортостан беренселеге бына шулай тос һөҙөмтәле булды. Үҙ йәш төркөмдәрендә Тимер Садыҡов, Роман Кашурин, Артур Байгилдин, Аделина Уразаева еңеүсе булды, Артем Байгилдин иһә икенсе урын яулаған.
- Яуаплы, сәмле үҫмерҙәр. Тотороҡло һөҙөмтәләр менән шатландыралар, - ти тренерҙары Виктор Панаев. Артабан да һеҙгә уңыштар юлдаш булһын!
Автор:Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас