Үткән аҙнала өс көн дауамында Татарстанда бил көрәше буйынса Донъя чемпионаты һәм беренселеге үтте. Унда 29 илдән 250 спортсы көс һынашты. Мәртәбәле ярыш Ишембай өсөн дә ҙур уңыш килтерҙе.
Ишембай нефть колледжының 2-се курс студенты Марсель Мырҙагилдин 75 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яуланы. Тренер Марат Зарипов алып барған милли көрәш буйынса секцияға йөрөүсе егеттәрҙең төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүе хаҡында ишетеп торабыҙ. Был ҙур ҡаҙаныш та беҙҙе битараф ҡалдырманы, йәш көрәшсенең кисерештәре менән бүлешергә ашыҡтыҡ. Марсель –Мәләүез районы егете. Көрәш менән мәктәп тупһаһынан уҡ ҡыҙыҡһына башлай. Тәүге уңышы ла шул осорға тура килә – 8-се класта уҡығанда республика кимәлендәге ярышта беренселекте яулай.
Ишембай нефть колледжына уҡырға инеү менән милли көрәш секцияһына яҙыла. Даими күнекмәләр, үҙ өҫтөңдә эшләү яңы бейеклектәргә юл аса. Тәүге курста уҡығанда уҡ ул Рәсәй кимәлендәге ярышта беренселеккә өлгәшә.
- Донъя кимәлендә был беренсе ҙур еңеүем. Әлбиттә, тулҡынландым. Ҙур кимәлдәге ярышта сығыш яһау - етди һынау. Татарстанға барыр алдынан ике аҙна дауамында күнекмәләр айырыуса көсөргәнешле булды. Тырышлыҡ бушҡа китмәне. Был еңеү үҙемә ышанысты арттырҙы. Көрәш менән шөғөлләнгәндә уңышҡа өлгәшеү өсөн ихлас теләк һәм көсөргәнешле әҙерлек кәрәк, спорт ныҡышмалдарҙы ярата, - тине алтын миҙал хужаһы. Уҡыуымды тамамлап, эш башлаһам да, милли көрәш менән шөғөлләнеүемде ташламаясаҡмын, тиеүе лә Марсель өсөн был спорт төрөнөң ҙур әһәмиәткә эйә булыуын дәлилләй. Көс тә, таҫыллыҡ та талап иткән спортта Ишембай егеттәренең яңынан-яңы еңеүҙәрен ишетергә булһын!