Һуңғы йылдарҙа республикала күркәм йолаға әүрелгән «Терра-Башҡортостан» ат-спорт турнирында Ишембай районынан да һәүәҫкәр жокейҙар ҡатнашып тора. Ярыштар муниципаль район-ара кимәлдә ойошторола.
Райондың өс ауылынан бәйгеселәр бөгөн турнирҙың икенсе этабында ярыша – уларға Баймаҡ, Йәрмәкәй, Шаран һәм Благовещен районы жокейҙары менән көс һынашырға тура киләсәк.
«Терра-Башҡортостан» спорт сараһы 5 июндә Өфө «Аҡбуҙат» ипподромында 12.00 сәғәттә башлана.