Ишембайҙар был көндө оҙаҡ хәтерләр. Кисә “Ишембай Арена” боҙ һарайын тантаналы асыуға “Салауат Юлаев” хоккей командаһы килде!
Кисерештәрҙе боҙ һарайына яңы йөрөй башлаған малайҙарҙың - иң бәләкәс хоккейсыларҙың кем уҙарҙан әйткәне тулы асып бирәлер – был беҙҙең иң бәхетле көн, ҡулыбыҙҙы ҡыҫтылар, кепкама, футболкама автограф ҡуйҙылар! “Минең туған командам” турнелары сиктәрендә юлаевсылар республиканың тағы бер нисә ҡалаһында булып өлгөргәйне, әллә ишембайҙарҙың ихлас ҡаршылауы, әллә яңы Боҙ һарайыбыҙ ныҡ оҡшаны – һеҙҙең кеүек көйәрмәндәр менән ғорурланабыҙ, тинеләр.
Ғорурланырлыҡ та шул, Ишембай – команданың иң өмөтлө уйынсыһы Родион Әмиров үҫкән төбәк бит!
- Тулҡынланыуымды йәшермәйем, бөгөн ҙур ваҡиға, Ишембай спорты тарихында яңы бер бит асабыҙ. Ошонда “Салауат Юлаев” хокей командаһына яңы йондоҙҙар тәрбиәләй алырыбыҙға, бик күп балалар, йәштәр үҙен спортта табырына ышанам, - тине район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов яҡташтарҙы, ҡунаҡтарҙы сәләмләп.
Тантаналы саранан тулы репортажды һәм Боҙ һарайында асылған секциялар хаҡында киләһе һанда уҡығыҙ.