Спорт
30 Март 2021, 01:30

Ауыл хәбәрҙәре

Яҙ килә, яҙ, зәңгәр күктә ҡояш көлә! Балалар менән күмәкләшеп урамға, саф һауаға уйнарға сыҡтыҡ. Эй, ниндәй генә ярыштар ойошторманыҡ!

Яҙ килә, яҙ, зәңгәр күктә ҡояш көлә! Балалар менән күмәкләшеп урамға, саф һауаға уйнарға сыҡтыҡ. Эй, ниндәй генә ярыштар ойошторманыҡ!
Бәләкәйҙәр ҙә шул тиклем ихлас уйында ҡатнаштылар. Эстафетала ла һыр бирмәне улар, аяҡ бәйләп йүгереүҙә лә - ҡарап тороу үҙе бер йыуаныс, шул тиклем сәмлеләр! Бура һуғыуҙы ла уйнаныҡ, туп та типтек. Сара бик күңелле булды.
Читайте нас