Унда Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, шул иҫәптән Ишембайҙан барлығы 220-ләп йәш спортсы йыйылды. Ярышты асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, быйыл бик күп саралар планлаштырылыуын билдәләне һәм киләсәктә спортты үҫтереү өсөн ҡалала мөмкинлектәрҙең тағы ла киңәйеүе тураһында әйтте. Башҡортостан Республикаһының билбау көрәше буйынса Федерацияһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы Президенты Ирек Шәрипов Ишембайҙа ошондай күләмле сара уҙғарыуҙа ныҡлы ярҙам тойоуҙарын билдәләне һәм Азамат Фәрит улына көрәште үҫтереүгә, пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.