Спорт
23 Март 2021, 04:45

Бүләккә – саңғылар

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Новожилов иҫтәлегенә арналған VI балалар саңғы марафоны һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булған район һәм ҡаланың өс мәктәбе саңғы ҡорамалдары алған.

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Новожилов иҫтәлегенә арналған VI балалар саңғы марафоны һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булған район һәм ҡаланың өс мәктәбе саңғы ҡорамалдары алған.
Ҡала мәктәптәре араһында «Оҫталыҡ» номинацияһында 1-се урынды 3-сө мәктәп, ауылдар буйынса – Әхмәр урта мәктәбе яуланы. «Күмәк ҡатнашлыҡ» номинацияһында еңеүсе тип Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты һәм Әхмәр урта мәктәбе танылды. Йәш спортсыларға яҡшыраҡ шөғөлләнһен һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алһын өсөн мәктәптәргә саңғы комплекттары тапшырылды.
Ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында шәхси зачетта 11-се мәктәптән Тимур Саттаров, ҡыҙҙар араһында 12-се лицейҙан Ирина Чипчева яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ауыл мәктәптәре төркөмөндә үҫмерҙәр араһында Васильевканан Евгений Иванов һәм Әхмәр урта мәктәбенән Алина Кәримова иң беренсе финишҡа килде.
Читайте нас