Ишембайҙың үҙәгендәге яңы боҙ һарайы – кейем алмаштырыу өсөн йылы бүлмәләр, күнекмәләр һәм хореография залдары булған спорт комплексы. Майҙаны 60x30 метрға тиң булған боҙ майҙансығында бер үк ваҡыттта 50 спортсы шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Спорт комплексты асыу тантанаһында халыҡтың күплеге ғәжәп итте. 500 кешегә иҫәпләнгән трибуналар халыҡ менән шығырым тулы ине. Оло йәштәгеләрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ниһайәт, ҙур спорттың ишеге бәләкәстәр өсөн дә асыҡ буласаҡ.