Уҡытыусыларҙан торған "Сәскәләр" һәм Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған "Сая ҡыҙҙар" командалары матурлыҡта, аш-һыуға оҫталыҡта, етеҙлектә, тиҙлектә, сослоҡта көс һынашты. "Сая ҡыҙҙар" йыр-бейеүҙә, аш-һыу өлгөһөн театрлаштырып күрһәтеп алда барһалар, "Сәскәләр" спорт ярыштарында еңеү яуланы. Шулай ҙа, "Саялар" арҡан тартышыуҙа көслө булып сыҡтылар. Һөҙөмтәлә командаларҙың мәрәйҙәре бер тигеҙ булды. Шулай булырға тейештә ине. Сөнки был көндө уҡыусыларға әүҙем һау тормош тәрбиәһе биреү, матурлыҡ, нәфислек тантана итте.