Спорт
23 Февраля 2021, 06:46

Ауыл хәбәрҙәре

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата үткәрелгән спорт уйындары айырыуса йәнлелек менән барҙы. Мәҙәниәт йорто спорт залында Һарғай ауылынан һәм Маҡарҙан икешәр команда йыйылып үҙ-ара көс һынаштылар.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата үткәрелгән спорт уйындары айырыуса йәнлелек менән барҙы. Мәҙәниәт йорто спорт залында Һарғай ауылынан һәм Маҡарҙан икешәр команда йыйылып үҙ-ара көс һынаштылар.
Байрамды башлап Илнур Вәлитовтың Юрматылар гимнын башҡарыуы егеттәргә милли рух өҫтәп ебәргәндер, моғайын.

Эстафета ярыштарында һәм башҡа төрлө көс талап иткән ярыштарҙа егеттәр береһенән-береһе уҙышып, сәмләнеп ярыштылар. Иң һуңынан егеттәр өйгә эш итеп бирелгән һалдат тормошонан ҡыҙыҡлы ла, тормошсан да ваҡиғаларҙы сәхнәләштерҙеләр.

Жюри ағзаларына ҡыҙыу барған ярышты дөрөҫ итеп баһалап барыуы бик еңелдән булманы, шулай ҙа улар был эште еренә еткереп атҡарып сыға алдылар. Шулай итеп "Маҡар йәштәре" - беренсе, Һарғай ауылынан "Ыласындар" - икенсе, мәктәп уҡыусыларының "Ну, погоди!" - өсөнсө һәм "Һарғай ыласындары" дүртенсе урындарға лайыҡ булдылар. Командаларға приздарҙы тапшырғандан һуң күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөк һәм волейбол уйнап таралыштыҡ.

Бәләкәй генә ауылдан ике команда алып килгәне һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сараларҙың бағымсыһы булған Һарғай ауылының шәхси эшҡыуары Фәрүр Мансур улы Вәлитовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Читайте нас