Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль 2021, 15:48

Ауыл хәбәрҙәре

Кисә Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, ир-егеттәр! ярышы үтте.

Кисә Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, ир-егеттәр! ярышы үтте.
Ярышта атайҙарҙан торған "Бөркөттәр" командаһы һәм егеттәрҙән торған "Спецназ" командалары ҡатнашты. Уйын бик сәмле барҙы. Командалар төрлө ярыштарҙа үҙ көстәрен һынаны. Бирелгән һорауҙарға яуап биреү, спорт ярыштары, аш-һыу эштәре, концерт номерҙары, бирелгән кейемдәрҙе кейеп мода күрһәтеү һәм башҡа уйындарҙа үҙҙәрен һынатманылар. Уйынды йәштәрҙән торған ғәҙел жюри баһаланы. Ярышта "Бөркөттәр" командаһы еңеү яуланы, "Спецназ"дар ҙа атайҙарынан ҡалышманы.
Барлыҡ ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Афарин, егеттәр! Байрамығыҙ менән!
Читайте нас: