Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2021, 00:38

Ауыл хәбәрҙәре

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Маҡар мәҙәниәт йортонда йылда өлкән һәм урта йәштәге ир-егеттәр өсөн спартакиада үткәрелә. Быйыл да ошо матур ғәҙәтте һаҡлап матур сара ойошторҙоҡ.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Маҡар мәҙәниәт йортонда йылда өлкән һәм урта йәштәге ир-егеттәр өсөн спартакиада үткәрелә. Быйыл да ошо матур ғәҙәтте һаҡлап матур сара ойошторҙоҡ.
Шашка ярышы, кәрзингә туп төшөрөү, дартс ярыштарында ҡатнашып, һәр спорт төрөнөң еңеүселәре билдәләнеп бүләктәр тапшырылды.
"Беҙгә ярыштың бүләге түгел, ә килеп ҡатнашып, бер-беребеҙ менән һөйләшеп аралашып алыу үҙе бер ғүмер", тип ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралыштылар ағайҙар.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа барыһына ла һаулыҡ, оҙон ғүмер, киләсәктә уңыштар, донъялар тыныс булһын, тип теләп, барлыҡ ир-егеттәрҙе байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: