Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2021, 18:05

Спорт – тормош рәүеше

Күптән түгел Ишембай спортсылары ҡышҡы полиатлон һәм еңел атлетика буйынса республика ярыштарында еңеү яуланы.

Күптән түгел Ишембай спортсылары ҡышҡы полиатлон һәм еңел атлетика буйынса республика ярыштарында еңеү яуланы.
Өфө районында үткән полиатлон буйынса ярыш һөҙөмтәләре буйынса муниципаль райондар араһында Башҡортостандың XXIX Ауыл спорт уйындары зачетында Ишембай районы йыйылмаһы 1-се урын алды. Ишембайҙар командаһы составында Лиана Әмирханова, Милена Носова, Рушан Хөснөтдинов, Илнур Ниғмәтуллин сығыш яһаны. Шәхси зачетта Рушан һәм Милена - икенсе урында.
Полиатлон буйынса (ҡышҡы өс төр ярыш) Рәсәйҙең спорт мастеры Илнур Ниғмәтуллин саңғыла шыуыу менән өс йәштән үк шөғөлләнә башлай. Спортсыны полиатлонға
ылыҡтырыуға атаһы тырышлыҡ һала. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы-интернатында уҡығанда ла, артабан Салауат педагогия колледжында һәм БДУ-ла белем алғанда ла, шулай уҡ әрме хеҙмәте барышында ла егет спортты ташламай. Әүҙем шөғөлләнеү, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындар яулап тороу - уның тормош рәүеше. Әле Илнур төҙөлөш өлкәһендә эшләп йөрөй.
- Был ярышта әллә ни үҙемде күрһәтә лә алманым шикелле, сөнки ауырығандан һуң нығынып китә алманым. Спортһыҙ үҙемде күҙ алдына килтерә алмайым, сөнки ул үҙе тормош, сәләмәтлек нигеҙе, - ти спортсы.
Читайте нас: