Бөгөн ҡаланың Саңғы базаһында “Рәсәй саңғы юлы – 2021” XXXIX Асыҡ Бөтә Рәсәй саңғы уҙышы сиктәрендә район хеҙмәтсәндәренең ҡышҡы спартакиадаһы үтте.
Бындай ярыштар һағындырған. Һауа торошо ла был сараны ҡеүәтләгәндәй йылы ғына торҙо. Ишембай ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров ярышҡа йыйылыусыларҙы тәбрикләп, саңғы уҙышының күмәкләп ҡатнаша торған спорт төрө булыуын, был ярышты уҙғарыу матур йолаға әүерелеүен билдәләне һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Ярыш хакимиәт, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәренең уҙышы менән башланып китте. Аҙаҡ стартҡа ауыл хакимиәте, төрлө предприятие, ойошма, уҡыу йорттары командалары теҙелде.
Еңеүгә сәм, дәрт барыһын да берләштерҙе. Иң етеҙҙәр финишҡа беренсе булып килеп етте.
Ярыштан тулы репортажды гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.