Команда ағзалары үҙҙәрен етеҙлектә, мәргәнлектә, сослоҡта, тапҡырлыҡта һ.б. төрлө ярыштарҙа һынап ҡараны. Уйын бик ҡыҙыу барҙы, командаларҙың әле береһе, әле икенсеһе алға сыҡты. Шулай итеп ярыш аҙағында «Иң етеҙ ҡатын-ҡыҙ» - Хәмиҙуллина Рәсимәгә, «Иң етеҙ ир-егет» - Баймөхәмәтов Ильнурға, «Иң ныҡ спорт һөйөүсе ғаилә» - Юнир менән Раушания Хәкимғужиндар, «Спортты яратыусы ҡатын-ҡыҙ» - Латыпова Эльвираға, «Иң һығылма ҡатын-ҡыҙ» грамоталары Давыдова Нурияға тапшырылды.Ә командалар араһынан «Айболит » командаһы - беренсе, «Алға» командаһы икенсе урынға сыҡты.
Күңелле старттар барыһына ла бик ныҡ оҡшаны. Ҡатнашҡан командалар ағзаларына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, һәр саҡ шулай берҙәм булып ҡалығыҙ! Һеҙҙең барығыҙға ла эштәрегеҙҙә уңыштар,ҡоростай һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм тик изге теләктәребеҙҙе генә теләп ҡалабыҙ.