Һуңғы йылдарҙа скандинав йөрөү бик популяр булып китте. “Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләгән бер дарыуҙы алмаштыра ала, ләкин бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай,”- тигән француз табибы Пессо. Бушҡа ғына “Хәрәкәттә - бәрәкәт,” тимәйҙәр бит.
Һәр кем үҙенсә хәрәкәтләнә. Берәүҙәр саңғыла шыуа, икенселәр велосипедта йөрөй, өсөнсөләр йүгерә. Беҙҙең Әхмәр ауылында ла ошо спорт төрөн үҙ итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ байтаҡ. Бына улар: 80 йәше үткән Римма апай Кәримова, Рита Мостафина, Нәйлә Ғәйетҡолова, шулай уҡ хаҡлы ялдағы апайҙар - Зилә Вәлидова, Рәйлә Рәхимова, Рәмилә Рәжәпова, Рәйлә Килембәтова, Людмила Смакова, Римма Ғәйетҡолова, Гөлнур Солтанморатова, Рәшиҙә Дәүләткильдина, Фәүзиә Фаткуллина, Тимерғәле һәм Әминә апай Әминевалар, һ.б., (уларҙың һаны ике тиҫтәгә тула) - скандинавса көн һайын бер сәғәт йөрөп килә.
Табибтар әйтеүенсә скандинавса йөрөү матдәләр алмашыныуын, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта. Тән мускулдарының 90% тирәһен эшләтә, калорияны ҙа ябай атлауға ҡарағанда ике тапҡырға күбрәк кәметә. Һәр кемдең һаулығы үҙенең ҡулында икәнде онотмаҫҡа ғына кәрәк.Скандинавса атларға һәр кемдең көсөнән килә. Был саф һауала йөрөү генә түгел, һаулыҡты нығытыу ысулы ла.