Спорт
26 Января 2021, 08:05

Ауыл хәбәрҙәре

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, нимәнелер бергәләп башҡарһаң, эш һөҙөмтәлерәк, тиҙерәк һәм дә күңеллерәк килеп сыға. Этҡол ҡатын-ҡыҙҙары ла ошо аҡылды тота.

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, нимәнелер бергәләп башҡарһаң, эш һөҙөмтәлерәк, тиҙерәк һәм дә күңеллерәк килеп сыға. Этҡол ҡатын-ҡыҙҙары ла ошо аҡылды тота. Бына ошо көндәрҙә генә күп функциялы клубтарында бергәләп фитнес менән шөғөлләнеүҙе йәнләндереп ебәргәндәр. Наилә Кинйәбулатова үткәргән күнекмәләр шул тиклем оҡшай тип, хәҙер аҙнаһына өс тапҡыр йыйылырға һүҙ ҡуйышҡандар. Хәрәкәттә - бәрәкәт, уңған ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына уңыштар теләйбеҙ, һоҡланабыҙ!
Читайте нас