Спорт
23 Января 2021, 18:50

Ауыл хәбәрҙәре

Бөгөн Көҙән ауылы мәктәбендә Һаулыҡ көнө үтте. 1-6 класс уҡыусылары осон мауыҡтырғыс уйындарҙан торған эстафета үткәрелде.

Бөгөн Көҙән ауылы мәктәбендә Һаулыҡ көнө үтте. 1-6 класс уҡыусылары осон мауыҡтырғыс уйындарҙан торған эстафета үткәрелде. Уйындар, башлыса, һауа торошона ярашлы, мәктәп спорт залында утте. Саф һауала уйнамағас ниндәй Сәләмәтлек көнө булһын инде? Ярыш тамамлағас балалар уйынды тышта дауам итте. Тюбингтарҙа шыуыу буйынса ярыш мәктәп ихатаһында утте. Уйындарҙан барыһы ла кинәнес алып ҡайтты. Был сарала ҡатнашыусы ата-әсәләргә, ойоштороусы уҡытыусыларға ҙур рәхмәт!
Читайте нас