Әҙәм балаһы һәм лампочка араһында бер уртаҡлыҡ бар – русса килешле генә һүҙ менән әйткәндә, икеһе лә “перегореть” итергә мөмкин. Эмоциональ яҡтан ауыр мәлдәрҙе һәр кем төрлөсә кисерә. Бының нимә менән бәйле икәнен ҡайһы саҡ аныҡ ҡына аңлап та, аңлатып та булмай – һауа торошо, сәйәсәт, асыуын сәскән кешеләр, ашҡаҙан эшләп етмәүе - бөтәһе лә тәьҫир итә беҙгә. Шундай мәлдә бар ихтыяр көсөңдө туплап, күнекмәләр эшләй башларға, саф һауаға сығырға кәрәк...
Тәжрибәле фитнес-тренер, 54 йәшендә 45-тән артыҡты биреп булмаған Лилиә Ибәтуллинаның сәхифәһендәге яҙманан был. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ҡалабыҙҙағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында төркөмдәр йыйнап, күпме ҡатын-ҡыҙҙы сәләмәтерәк, матурыраҡ итте ул! Әле бына яңы йылдын оҙайлы ялдарынан һуң иғлан иткән марафоны бара. Һомғол буйға өҫтәп, яҡындарыңа өләшерлек тормош дәрте, көс-кәйеф ала Лилиәгә эйәргәндәр. Залдағы күнекмәләрен сиратлап, үҙебеҙҙең Саңғы базаһына сыҡҡан мәлдән күңелле фото һалғандар. Был ҡыҙҙарҙың ынтылышы һәр беребеҙгә йоҡһон, һәр беребеҙҙе дәртләндерһен!
Йылдан-йыл районда ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың скандинав атлауына ылығыуы ла һөйөндөрә, яңыраҡ, социаль селтәрҙәге фотоларҙа бер нисә ир-егетте лә күреп шатландыҡ. Һәр кемгә ҡулай, йөрәк, тын алыу органдары өсөн бик файҙалы шөғөл был, гүзәл затҡа ғына килешә тимәгеҙ. Ҡана, киске тынлыҡты боҙоп, яңы яуған ҡарҙан шәп-шәп атлап үтәйек әле!