Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2020, 11:16

Мәктәптәр көрәшселәрҙе үҫтерә

Төбәктә 2019 йылдан уҡыусы балаларҙа дәрестән тыш физик культураны һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында «Спорт көрәшен – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ошо сара сиктәрендә яңы уҡыу йылы башында ҡалабыҙҙың 3-сө һәм 5-се мәктәптәрендә грек-рим көрәше буйынса спорт залдары асылды.

Уҙған шәмбе уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү буйынса республика идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Марсель Йосопов спорт залдарын хәүефһеҙлек шарттары үтәлеүгә тикшереүҙә һәм рәсми ҡабул итеү процедураһында ҡатнашты.
- Ике мәктәптең дә спорт залдары проект талаптарына яуап бирә. Күнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән маттар, макеттар, турниктар һәм башҡа ҡорамалдар ҙа яҡшы сифатлы. Тренерҙарҙың күңел һалып эшләйәсәгенә һис шигем юҡ. Ишембайҙарҙың спортта алдынғы булыуҙарын беләм, киләсәктә лә һынатмаҫтар - тип ихлас уртаҡлашты милли көрәш буйынса Европа, Рәсәй һәм республика чемпионы Марсель Жәлил улы.
Ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусылары менән грек-рим көрәше буйынса шөғөлләнәсәк тренер Заһир Ғарипов билдәләүенсә, проект физик культура предметын уҡытыуҙы, спорт йүнәлешен камиллаштырыуҙа һәм һәләтле балаларға ошо өлкәлә ярҙам күрһәтеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
- Мәктәптең көрәш залы 3-5 класс уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән. Бында профессиональ көрәшкә йәлеп итеү маҡсатында йәш спортсылар резервы ойошторола. Әлегә уҡыусы балалар менән гимнастика, акробатика һәм грек-рим көрәше элементтарын өйрәнәсәкбеҙ. Ошо күнекмәләрҙе үтәгән уҡыусылар көрәш менән шөғөлләнеүҙе ҡаланың Спорт һарайында дауам итәсәк, - тип белдерҙе 2-се спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренеры Заһир Зариф улы.
Көрәшселәрҙе тәрбиәләү ваҡыт һәм сыҙамлыҡ талап итһә лә, спорт мәктәптәре тренерҙары был эште намыҫлы башҡарып сығыр, тип ышанабыҙ.
Фото: автор
Читайте нас: