Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь 2020, 18:41

ЙӘНЕҢ ҺАУ БУЛҺА, АУЫРЫУМЫН ТИМӘ...

Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектә сәләмәт тормош алып барыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Тәүгеләр рәтендә – бигерәк тә рухи сәләмәтлеккә, ыңғай хис-тойғоларға ынтылғандар.

Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектә сәләмәт тормош алып барыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Тәүгеләр рәтендә – бигерәк тә рухи сәләмәтлеккә, ыңғай хис-тойғоларға ынтылғандар.
Бөгөн Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары, пандемия шарттарын теүәл үтәп, Еңеү паркында балалар өсөн "Сәләмәтлек көнө" сараһын ойошторҙо.
Бәйге шарттары былтырғыға ҡарағанда бер аҙ йомшартылһа ла, балалар йүгереү дистанцияһын тейешенсә урынына еткереп үтәне. Ярыш ҡомарын улар онотмаған әле!
Фото: автор
Читайте нас: