Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Август 2020, 18:18

Физкультура һәм спортты данлап

Саңғы базаһында Физкультурниктар көнө уңайынан иң яҡшы спортсыларҙы, физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү сараһы үтте. Унда ошо өлкәлә тырышып хеҙмәт итеүселәр төрлө кимәлдәге наградаларға эйә булды.

Саңғы базаһында Физкультурниктар көнө уңайынан иң яҡшы спортсыларҙы, физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү сараһы үтте. Унда ошо өлкәлә тырышып хеҙмәт итеүселәр төрлө кимәлдәге наградаларға эйә булды.
Физкультура һәм спортты үҙ һөнәрҙәре итеп алыусыларға, сәләмәт тормош алып барыуға тос өлөш индереүселәргә арналды был тәбрикләүҙәр. Спортсыларыбыҙҙың төбәк, Бөтә Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштарҙа яуланған уңыштары Ишембай өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Әлбиттә, бындай ҙур һөҙөмтәләргә бары тик юғары һөнәри оҫталыҡ, тырышлыҡ менән генә өлгәшергә мөмкин.
Байрам тантанаһында иң элек БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы билдәгә лайыҡ булыусылар саҡырылды. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең маҡтау грамотлары, рәхмәт хаттарына лайыҡ булыусылар ҙа байтаҡ ине. Райондың физик культура, спорт һәм туризм идаралығы исеменән ҡотлауҙар ҙа сараны байытты. Барлығы байрам тантанаһында 30-лап кеше тәбрикләнде. Физкультурниктар көнө ошо тармаҡта хеҙмәт итеүселәрҙең генә түгел, спортты яратҡан, сәләмәт тормош алып барыу яҡлы булған һәр кемдең дә байрамы. Улар күберәк булған һайын йәмғиәтебеҙ ҙә көслөрәк һәм һауыраҡ.

Фото: Наил РӘЖӘПОВ
Читайте нас: