Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2020, 13:53

Яңы спорт майҙансығы төҙөлә

Үткән уҡыу йылы аҙағында ҡаланың 2-се мәктәбе биләмәһендә күнекмәләр өсөн тренажерҙар майҙансығы ҡуйылды. Комплектҡа турник, үрмәләү стенаһы, гимнастика эскәмйәһе, туп өсөн сәп һәм башҡа ҡоролмалар ингән.

Территорияла әле төҙөкләндереү эштәре дауам итә. “Салауатбыяла” предприятиеһы инженеры Павел Крыжановский әйтеүенсә, мәктәп биләмәһендә универсаль спорт майҙансығы төҙөлә.
- Биләмәлә асфальт-бетон юл һалынасаҡ, эскәмйәләр, сүп-сар урналары ҡуйыласаҡ. Спорт майҙансығында бәләкәй футбол, футбол, волейбол, теннис, баскетбол уйындары
өсөн ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Яҡтыртыу элементтары ла яңыртыласаҡ. Бынан тыш, 15 августарға күнекмәләр башҡарыу өсөн резина ҡапланма түшәләсәк, - ти Павел Сергеевич.
Быларҙың барыһы ла яңы уҡыу йылы башланыуға әҙер булырға тейеш. Спорт ҡоролмаларының тап мәктәп территорияһында урын алыуы, майҙансыҡтың уҡыусыларҙың яратҡан ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урынына әйләнеренә шик юҡ.
Фото: автор
Читайте нас: