Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2020, 11:07

Биатлонсылар тәрбиәләй

Ҡаланың 1-се спорт мәктәбендә биатлон буйынса тренер Минебай Исхаҡ улы КӘРИМОВ байтаҡ ғүмерен балаларға физик тәрбиә биреүгә арнай. Был өлкәлә ул 45 йыллап хеҙмәт итә.

8 август – Физкультурниктар көнө
Ҡаланың 1-се спорт мәктәбендә биатлон буйынса тренер Минебай Исхаҡ улы КӘРИМОВ байтаҡ ғүмерен балаларға физик тәрбиә биреүгә арнай. Был өлкәлә ул 45 йыллап хеҙмәт итә.
- Мәктәптә уҡығанда уҡ физкультура яратҡан дәресем булды. Саңғыла йөрөү ҙә, йүгереү ҙә - барыһы ла оҡшай торғайны. 7-се кластар тирәһендә әсәйемә: ”Мин физкультура уҡытыусыһы буласаҡмын” тигәнем әле лә хәтерҙә, - тренер менән һөйләшеүебеҙ уның бала саҡ хәтирәләренән башланып китте.
Хыялы тормошҡа аша, 1975 йылда Күмертау педагогия училищеһын тамамлап, физкультура уҡытыусыһы дипломын алғандан бирле уның хеҙмәте ошо һөнәр менән бәйле.Тәүҙә йүнәлеш буйынса Краснокама районында эшләй. Армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Ишембайҙың 15-се мәктәбендә дауам итә. Йәкшәмбе көндәрендә лә балалар менән саңғыларҙа сығып киткән мәлдәре әле лә иҫтә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Уҡыусылары ҡала ярыштарында уңыштар яулай башлай. Тиҙҙән Минебай Исхаҡ улын 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә саңғыла уҙыш буйынса тренер-уҡытыусы итеп эшкә саҡыралар. Был осорҙа яйлап биатлон үҫешенә лә иғтибар бирелә башлай. Төрлө йылдарҙа башҡорт гимназия-интернатында, 12-се лицейҙа ла эшләргә тура килә Минебай Кәримовҡа.
Шул арала юғары уҡыу йортон да тамамлай. Ә 2007 йылдан алып бөгөнгәсә ул йәнә 1-се спорт мәктәбендә.
- Эшемде шул тиклем яратам. Бер нисә көн ял булһа, эште һағынып көтөп алам. Бала үҫеше өсөн күпме тырышлыҡ һалаһың, һөҙөмтәһе уҡыусының ярыштарҙағы уңыштарында күренә. Ул тәүге урындарҙы алһа, бигерәк тә һөйөнөс, - ти тренер.
Ысынлап та, ғорурланып һөйләрлек ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылары байтаҡ. Улар араһында Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә лә еңеү
яулағандары бар.
Ғаиләһендә лә балаларында спорт, физкультураға һөйөү тәрбиәләй алған ул. Мәҫәлән, ейәне Данис Ишбирҙин биатлон менән шөғөлләнеп, Анна Богалий кубогына Бөтә
Рәсәй ярышында 2-се урын алған. Икенсе ейәне Роберт Ишбирҙин шашка һәм биатлон буйынса уңыштар яулап яҡындарын шатландыра.
Хәҙер инде хаҡлы ялда булһа ла Минебай Исхаҡ улы һаман да эш менән ҡайнап йәшәй.
- Бөтә хеҙмәттәштәремде Физкультурниктар көнө менән ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, һәләтле уҡыусылар теләйем, - тине ул.
Тренерҙың хеҙмәте лә юғары баһаланған. Ул “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Эшенән кинәнес, тәм тапҡан уҡытыусының үҙенә лә байрам ҡотлауҙарын юллайбыҙ.
Фото: автор
Читайте нас: