Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Июнь 2020, 21:36

ГТО тиһеңме? Тәүҙә тренажер артына баҫ!

Ҡалала 2-се мәктәп ихатаһында әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп торған заманса тренажерҙар майҙансығын күптәр күреп, һынап өлгөрҙө. Ниндәй генә ҡоролма юҡ унда!

Ҡалала 2-се мәктәп ихатаһында әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп торған заманса тренажерҙар майҙансығын күптәр күреп, һынап өлгөрҙө. Ниндәй генә ҡоролма юҡ унда!
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тренажерҙар, теннис корты һәм балалар өсөн ҡаяға үрмәләү ҡоролмаһы – бер майҙанда олоһо ла, кесеһе лә үҙ шөғөлөн таба ала, ғаилә менән күнекмәләргә сығырға була. Эргәлә генә мәктәп уҡыусылары футбол типкән майҙанда йүгереү өсөн дә уңайлы территория булыуы ла дөйөм әҙерлек мөмкинлектәрен арттыра.
Физик культура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Альберт Сәғәҙиев әйтеүенсә, был комплекс халыҡты ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләү программаһы сиктәрендә ҡоролған икенсе майҙансыҡ. Тәүгеһе бер нисә йыл элек “Нефтсе” стадионында булдырылғайны.
Ишембайҙар яңы комплекс ҡоролоуын шатланып ҡабул итте. Ләкин әле уны монтажлау эше тулыһынса тамамланмаған. Объектты тапшырыу ваҡыты киләһе аҙнаға билдәләнгән. Магнитогорскийҙың “Сила стали” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте комплексты төҙөүсе булараҡ был эште йомғаҡлап ҡуясаҡ. Фирманың генераль директоры Ольга Серебрянникова ишембайҙарҙы бер аҙ сабыр итергә һәм әлегә спорт майҙансығындағы ҡоролмалар менән шөғөлләнмәй торорға үтенде. Сөнки был хәүефһеҙлек яғынан да мөһим, ә мәктәп территорияһын бикләп ҡуйып булмай.
Альберт Мөнир улы иһә спорт майҙансығының ҡайһы бер өлөштәрен ватып өлгөрөүселәр булыуын да әйтте. Мәҫәлән, баскетбол ҡулсаһы бөгөлгән. Бындай объекттар ҙур ҡалалар өсөн ғәҙәти күренеш булһа ла, Ишембай өсөн ул әһәмиәтле ваҡиға. Шуға ла дөйөм ҡулланыш өсөн булдырылған йыһаз, ҡоролмаларҙы тәрбиәле тотоноу һәр ҡайһыбыҙҙың ғәҙәтенә инергә тейештер.
Читайте нас: