- Ауыл спорт уйындарында 17 спорт төрөндә ҡатнаштыҡ. Беҙ уларҙың күпселеге буйынса матур һөҙөмтәләргә өлгәштек. Минифутбол, шашка, шахмат, туризм һәм башҡа йүнәлештәр буйынса Ишембай командаһы беренсе булды. Еңеүгә дөйөм тырышлыҡ һалынған. Спортсыларға, тренерҙарға, спорт мәктәбе директорҙарына һәм тармаҡ үҫеше өсөн мөмкинлектәр, уңайлыҡтар тыуҙырған район хакимиәтенә рәхмәт. Артабан да беренселекте ысҡындырмаҫҡа тырышасаҡбыҙ, - ти райондың физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Альберт Сәғәҙиев.