Егеттәр бында үҙҙәрен төрлө яҡлап һынай алды.
Турникта тартылыу, сафта үҙеңде тотоу, автоматты йыйып-һүтеү кеүек ярыштар бөтәһен дә сәмләндерҙе. Спорт яратҡан уҡыусылар һис тә юғалып ҡалманы, киреһенсә, көйәрмәндәргә күтәренке байрам кәйефе бүләк итте. Йәштәрҙең ошолай илһөйәр рухлы, тормошҡа әүҙем ҡарашлы булыуҙары маҡтауға лайыҡ.