Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2020, 00:39

Күмәкләп саңғыла уҙыштыҡ

Бөгөн Саңғы базаһында “Рәсәй саңғы юлы -2020” күмәк старттар сиктәрендә Ишембай районы муниципаль районы хеҙмәтсәндәренең ҡышҡы спартакиадаһы үтте.

Бөгөн Саңғы базаһында “Рәсәй саңғы юлы -2020” күмәк старттар сиктәрендә Ишембай районы муниципаль районы хеҙмәтсәндәренең ҡышҡы спартакиадаһы үтте.
Район һәм ҡала предприятиелары, ойошмалары, учреждениелары, ауыл Советтары, уҡыу йорттары ҡатнашлығында уҙғарылған саңғы ярышында барлығы 300-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов ярышҡа килеүселәрҙе сәләмләп, был сараның йыл һайын ойошторолоуын билдәләне, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Шулай уҡ ул хөрмәтле ҡунаҡ, спорт ветераны, муниципаль райондың почетлы гражданины Рәшит Исмәғиловҡа мәртәбәле юбилейы уңайынан һәм физкультура үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең почет грамотаһын тапшырҙы.
Артабан һәр кем үҙ төркөмөндә стартҡа теҙелде һәм алға ынтылды. Көйәрмәндәре саңғысыларҙы еңеүгә әйҙәп, дәртләндереп торҙо.Әллә күпме ыңғай тәьҫораттар, күңел көрлөгө бүләк итте спорт байрамы.
Саңғы ярышы тураһында тулыраҡ итеп гәзитеббеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: