Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар 2020, 15:08

Атай, йүгер! Әсәй, бирешмә!

Яңы йыл ғаилә уйындары -2020. Оло ярыштар ише ғорур яңғыраған был сара бик күп ғаиләләргә үҙҙәрен чемпиондарҙай тойорға ярҙам итте. Балаларыбыҙ рәхәтләнеп ял иткән ҡышҡы каникул осоронда мәктәп спорт залдары “Тиҙерәк! Тип! Йүгер!” тауыштарына күмелде.

Яңы йыл ғаилә уйындары -2020. Оло ярыштар ише ғорур яңғыраған был сара бик күп ғаиләләргә үҙҙәрен чемпиондарҙай тойорға ярҙам итте. Балаларыбыҙ рәхәтләнеп ял иткән ҡышҡы каникул осоронда мәктәп спорт залдары “Тиҙерәк! Тип! Йүгер!” тауыштарына күмелде.
Республика буйынса 1000-дән ашыу мәктәп фестивалдә ҡатнашыуға теләк белдергәндә, ишембайҙар ҡалышып торамы һуң!
- Яңы йыл ғаилә уйындары фестивале үҙебеҙҙең ауылда ла бик күңелле үтте. Унда еңгәс, ҡалаға финалға саҡырҙылар. Иртүк юлға сығып, дәртләнеп килеп еттек. Өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Уртансыбыҙ Ләйсән бындай сараларҙың тәмен белде, - тип уртаҡлашты ярыштар ашланырға торғанда Ҡолғона ауылынан Рәсилә һәм Ришат Хужәхмәтовтар.
Улар кисергән тойғоларҙы 11- се мәктәп спорт залына финалға йыйылған башҡа ғаиләләр ҙә ҡеүәтләне. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамы менән ойошторолған финал уйындарҙа бүләктәр ҙә тос ине. Хәйер, ғаилә берҙәмлеге, сәм бөркөп торған спорт байрамында был турала уйлаусы булдымы икән? Ун бишләгән команда – атай-әсәй һәм бала бер бөтөн булып уртаҡ маҡсат өсөн тырышты.
- Атай, тиҙерәк! Әсәй, йығылып ҡуйма!.. Әйҙә-әйҙә!
Балаңдың ошо һүҙҙәре яңғырап торғанда, нисек еңергә, ышанысын аҡларға тырышмайһың?
- Һелкетеп, дәртләндереп ебәрә торған сара. Район кимәлендә бындай спорт ярыштарында ҡатнашҡан юҡ ине әле. Беҙҙең ғаиләгә ышаныс күрһәтеп ебәргәс, аҡлағы килә, - ти Маҡар ауылынан Ҡотлоғәлләмовтар.
Нәзир менән Гөлфиә әйтмешләй, ғаиләләргә бербереңде тойорға, асырға ярҙам иткән бындай саралар бик кәрәк.
Дәртле, күңелле итеп ойошторолған ярыш этаптары бербереһен алыштырып торҙо. Жюриға һуңғы мәрәйҙәрҙе барларға ваҡыт бирелгәндә ғаиләләр зал тултырып күңелле көйгә бергә бейергә төштө. Уларға ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес ине!
Һөҙөмтәлә ҡала мәктәптәре араһында 1-се урын 3-сө мәктәптән Ишбирҙиндар ғаиләһендә! Бер генә спорт сараһын да ҡалдырмаған ғаилә күптәргә яҡшы таныш. 2-се урында – 16-сы һәм 19-сы мәктәп командалары яуланы, саҡ ҡына ҡалыштыҡ тип, өсөнсө урын тип һис күңелһеҙләнмәгән 11-се һәм 15-се мәктәп ғаиләләренә лә оло рәхмәт!
Ә бына ауыл мәктәптәре араһында Маҡарҙан Ҡотлоғәлләмовтар, Петровскийҙан Магазейщиковтар, Көҙәндән Минебаевтар ғаиләләренә етеүсе булманы. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән Ҡотлоғәлләмовтарҙы ошо көндәрҙә Өфөлә республика ярышы көтә.
Район советы рәйесе Олег Агафонов һәр бер ҡатнашыусы ғаиләгә матур бүләктәр тапшырып, иң тәүҙә балаларҙың ҡулын ҡыҫты. Ҙур еңеүҙәр ошондай ярыштарҙан башланалыр ул!
Фото: автор.
Читайте нас: