Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Декабрь 2019, 10:42

Спортты онотма!

Яңы йыл байрамдары осоронда райондың спорт учреждениеларында тиҫтәнән ашыу күмәк спорт саралары ойоштороласаҡ.

Яңы йыл байрамдары осоронда райондың спорт учреждениеларында тиҫтәнән ашыу күмәк спорт саралары ойоштороласаҡ.
Йылдағыса муниципаль район халҡы һәм ҡунаҡтары “Киске яңы йыл уҙышы - 2020”, Раштыуа саңғы уҙышы, футбол турнирҙары, ғаилә старттары һәм башҡа спорт сараларын ҡарай һәм ҡатнаша ала.
2 ғинуарҙа 4-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (“Нефтсе” стадионы) көндөҙгө сәғәт 11-ҙә балалар һәм ата-әсәләр араһында “Боҙҙа шаян старттар” хоккей уйындары ойоштороласаҡ.
2-8 ғинуарҙа ауыл Советтарында минифутбол, хоккей буйынса буйынса Раштыуа турнирҙары үтә.
6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Этҡол ауылының “Арҡыялан” үҙәгендә “Салауат епархияһының “Саңғы юлы - 2020” уҙышы була.
8 ғинуарҙа 2-се балалар спорт мәктәбендә спорт көрәше буйынса (самбо, дзюдо, грекрим көрәше, ирекле көрәш) яңы йыл фестивале үтә. Ярыштар 11.00 сәғәттә башлана.
Ошо уҡ көндө сәғәт 12-лә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Ҙур теннис” яңы йыл турнирын ҡарап буласаҡ.
9-10 ғинуарҙа шашкалар буйынса спорт мәктәбендә муниципаль район халҡы һәм ҡунаҡтары араһында шашка һәм шахмат буйынса турнир үтә. Сара 12 сәғәттә башлана.
14 ғинурҙа 11.00 сәғәттә 3-сө балалар спорт мәктәбендә (Саңғы базаһы) күреү һәләте сикле булғандар араһында “Ҡышҡы уйындар” ярышы, саңғы туризмы техникаһы буйынса Ишембай районы беренселеге уҙасаҡ.
Ҡалабыҙҙағы “Юрматы”, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, стадионда каток, конькиҙар прокаты, Саңғы базаһында шулай уҡ тюбингтар, саңғылар прокаты 2 ғинуарҙан уҡ эш башлаясаҡ. Ялды ғаилә, балалар менән сәләмәт үткәрәйек, яҡташтар!
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: