Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ноябрь 2019, 22:55

Кубок беҙҙә!

Уҙған ял көндәре Ағиҙел ҡалаһында республика ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр спорт фестивале үтте. Башҡортостан район һәм ҡалаларынан барлығы 20 команда ҡатнашҡан ҙур саранан ишембайҙар еңеү менән ҡайтты!

Төрлө йәш төркөмдәре буйынса тупланған командаға быға тиклем район күләмендәге ярыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп килгәндәр инде. Бөтәһе лә спортсмендар икән тип уйламағыҙ, ғөмүмән, был фестиваль спорт яратҡан төрлө һөнәр кешеләрен берләштереүе менән ҡыҙыҡлы. Ирҙәр йыйылма командаһына Булат Әминев, Ринат Ҡудашев, Рөстәм Сәүәрханов, Әлфир Әлмөхәмәтов инһә, ҡатын-ҡыҙҙар ярыштарында Регина Фәттәхова, Юлиә Шаһиева, Ольга Смирнова, Роза Шаниязова районыбыҙ данын яҡланы.
Әлбиттә, был республика күләмендә Ишембайҙа спорт үҫешен күрһәткән һәм йыл аҙағында дөйөм рейтингта сағыласаҡ еңеү булды.
Читайте нас: