Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Октябрь 2019, 02:00

Ҡатнашыуы ҡыҙыҡ, еңеүе - мәртәбәле

Шәмбе көн ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар командалары араһында спорт фестиваленең муниципаль этабы спорт менән дуҫ 300-гә яҡын яҡташыбыҙҙы йыйҙы.

Шәмбе көн ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар командалары араһында спорт фестиваленең муниципаль этабы спорт менән дуҫ 300-гә яҡын яҡташыбыҙҙы йыйҙы.
Унда ҡала һәм район предприятиелары, ойошмалары эшселәре, ауыл Советтары һәм уҡыу йорттары командалары, студенттар, ветерандар - 50 йәштән өлкәнерәк ирҙәр һәм дә 45-те үткән ҡатындар ҡатнашты.
Ярыштарҙа урындан оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол тубын кәрзингә ырғытыу, дартс, турникта күтәрелеү (ирҙәр өсөн), кәүҙәне күтәреү (ҡатынҡыҙҙар өсөн), шашка кеүек спорт төрҙәрендә көс һынаштылар. Иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ноябрь айында республика фестивалендә Ишембай данын яҡлаясаҡ.
Шулай итеп ҡатын-ҡыҙҙар фестивалендә Ишембай нефть техникумы 1-се урын алды, Ишембайҙағы ябыҡ типтағы махсус уҡыу-тәрбиә училищеһы һәм Һайран ауыл Советы командаһы 2-се, 3-сө урындарҙы бүлеште. Ир-егеттәр араһында шулай уҡ нефть колледжы алдынғылыҡты бирмәне, Байғужа ауыл Советы - 2-се, Маҡар - 3-сө булды. Шәхси зачетта үҙ йәш төркөмдәрендә Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһенән Булат Әминев, Байғужанан Ринат Ҡудашев, Һайрандан Виктор Филиппов, Маҡарҙан Әлфир Әлмөхәмәтов иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан үҙ төркөмдәрендә Һайрандан Юлиә Шаһиева, Раушания Абдуллина, ябыҡ типтағы махсус уҡыутәрбиә училищеһынан Анастасия Крюкова, Роза Шанъязова беренселекте алды.

Фото: Ольга Валитова.
Читайте нас: