Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Октябрь 2019, 02:00

Сәмле ярыш

Маҡар ауылы мәҙәниәт йортоноң спорт залында Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө уңайынан Иҫәкәй һәм Маҡар ҡатын-ҡыҙҙары араһында ярыш ойошторолдо.

Маҡар ауылы мәҙәниәт йортоноң спорт залында Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө уңайынан Иҫәкәй һәм Маҡар ҡатын-ҡыҙҙары араһында ярыш ойошторолдо.
Ике командаға бүленгән гүзәл заттарыбыҙ дартс бәреүҙә, кәрзингә туп төшөрөүҙә, зиг-заг буйынса туп йөрөтөү, оҙонлоҡҡа һикереүҙә, арҡан тартышта һәм башҡа төр буйынса үҙ-ара көс һынаштылар. Бик ҡыҙыу барған ярышта әле бер, әле икенсе команда алға сығып килһә лә Иҫәкәй командаһы беренселекте алды.
Командаларға изге теләктәр теләп хужалыҡҡа яраҡлы бүләк тапшырылды. Ярышта ҡатнашыусылар ойошторыусыларға ҙур рәхмәт әйтеп: "Баҡса эштәре хәҙер тамамланды тиерлек, ошондай осрашыу-ярыштарҙы йышыраҡ үткәреп тороғоҙ",- тигән теләктәр менән таралышты.


Читайте нас: