Ишембай ҡалаһы Спорт һарайында СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллиндың 80 йәше айҡанлы көрәш буйынса республика турниры үтте.
Көрәш майҙанына үҙҙәренең көстәрен һынарға тип төрлө ҡала-райондарҙан 18-19 йәшлек егеттәр йыйылды. Сараны тантаналы асыу мәлендә бихисап танылған чемпиондар әҙерләгән Нурулла Кәлимулла улын тәбрикләп ихлас һүҙҙәр әйтелде. Данлыҡлы тренер өсөн бөгөнгө турнир - үҙенең элекке уҡыусылары һәм хәҙер инде илгә танылған көрәшселәр,үҙе кеүек тренер булып киткәндәр менән тулҡынландырғыс осрашыу ҙа.
- Республикала, ҡалала милли спорт төрөнөң киң танылыуы, беҙгә алмашҡа йәштәр килеүе ҡыуаныслы. Хөрмәтләүегеҙ, ошолай ярыш ойоштороуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Баһадирҙарға оло еңеүҙәр теләйем, - тине билдәле тренер.
Ярыш тураһында тулы мәғлүмәтте киләһе һанда уҡығыҙ.