Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2019, 02:00

Бөтә Рәсәй кросына ишембайҙар ҙа ҡушылды

Бөгөн Саңғы базаһы биләмәһендә “Алтын көҙ” көҙгө еңел атлетика кросы үтте. “Милләт кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә ойошторолған был саранан ишембайҙар ҙа ситтә ҡалманы. Барлығы 300-ләп кеше спорт байрамына йыйылды.

Старт һыҙығына иң беренсе дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары теҙелеп, ярышты башлап ебәрҙе. Уларҙы төрлө уҡыу йорттары, предприятие, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәр ҡайһыһы төркөмөндә дауам итте. Көн болотлап торһа ла, ярышыусыларҙың кәйефе күтәренке булды. Күптәр балалары менән бергәләшеп килеп, сараны йәмләне.

Фото: автор.
Читайте нас: