Быйыл матур, йылы көндәрҙе оҙаҡ көттөк… Ниһайәт, әбейҙәр сыуағы ла етте. Әмәлгә ҡалғандай, ял көндәрен балалар менән файҙалы ойошторорға форсат та сыҡты.
Кисә саңғы базаһында Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары балалар һәм ата-әсәләр өсөн матур сара – “Сәләмәтлек көнө” ойошторҙо. Сарала 2-4-се клас уҡыусылары – 300 метрға, 5-11-се кластар 600 метр араға йүгерҙе. Халыҡ уйындарының күплеге тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә йүгереп арығандан һуң үлән өҫтәндә сәй табыны ойоштороуға ни етә? Мауыҡтырғыс ял балаларға ғына түгел, ата-әсәләр күңеленә лә хуш килде. Саранан һуң башланғыс класс уҡыусыларының өйгә ҡайтырға ашыҡмауы ла ошо хаҡта һөйләй түгелме һуң?..
– Биш көнлөк уҡыуға күсеү шәмбе көнөндә уҡыусыларҙың ялын дөрөҫ итеп ҡорорға мөмкинлек бирә. Бындай сараларҙы элек тә йыш үткәреп торҙоҡ. Әммә быйыл ата-әсәләрҙең күплеген күреп, үҙебеҙ ҙә ҡыуандыҡ. Иң төп маҡсат – балалар менән ата-әсәләр берлегендә матур ял ойоштороу – тине тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Зилә Ниғмәтуллина.