Ни тиһәң дә, быйылғы көҙ уңышлы ваҡиғаларға бай. Бөгөн ҡалабыҙҙа 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 65 йыллығына арналған йәйге биатлон буйынса республика беренселеге үтте. Унда Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Мәләүез ҡалаларынан 2005-2006-сы, 2007-2008-се йылғы үҫмерҙәр көс һынашты.
Иң мөһиме: йәш спортсыларға пневматик винтовканан 10 метрға атыу өсөн урын төҙөлгән. Был йәһәттән саңғысылар базаһаның элекке тәрбиәләнеүселәре – Сергей Агуреев, Виталий Станков, Айҙар Әмирханов, Дамир Абдуллин ҙур финанс ярҙам күрһәтә. Тренерҙарҙың ҡыуанысын бер һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк тә түгел. Уларҙан бигерәк, балалар һәм үҫмерҙәр бик шат.
- Был спорт төрө, иң тәү сиратта, түҙемле булырға өйрәтә. Ҡабатлап әйтәм: тү-ҙем-ле… - тине етди ҡиәфәттә 2007–2008-се йылғы үҫмер ҡыҙҙар араһында беренсе урын яулаған Диана Сәлимова.
Был яңылыҡтан һуң ҡалабыҙҙың төрлө тарафынан ғына түгел, ауылдарҙан да балалар килә башламаҫ тимә. Биатлон буйынса донъя чемпиондарының тап ошо спорт мәктәбенән сығыуына һис бер шигебеҙ юҡ.