Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Сентябрь 2019, 02:00

Чемпион тип беләләр Алексейҙы

8 сентябрҙә Өфөлә WKF каратэ (олимпия ярыштарына ингән төрө) буйынса Волга буйы федераль округы Чемпионаты тамамланды. Ишембай егете Алексей Стручалинды ҡотларға була - үҙен күптән төрлө кимәлдәге ярыштарҙа танытҡан спортсы Рәсәй Чемпионатына үтте.

3-сө дан ҡара билбауға эйә Алексей өсөн тренеры Марат Әйүповҡа был юлы ла ҡыҙарырға тура килмәне. 16 йәштән өлкәнерәктәр төркөмөндә ката бүлегендә каратисыбыҙ 2-се урын яуланы. Тап ошо еңеүе уға артабан Рәсәй кимәлендәге ярышта ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.
Каратэ менән шөғөлләнгәндәрҙең кеселекле, кешелекле булыуҙары тураһында йыш ишеткән бар. Был спорт тәрбиәһе олоно оло, кесене кесе итеп күрергә өйрәтә. Алексей былтыр ҡалабыҙҙағы 1-се гимназияны тамамлағайны, уҡытыусылары ошо матур сифаттарын, тырышлығын бөгөнгө уҡыусыларына өлгө итеп ҡуя. Спортсы егет имтихандарын уңышлы биреп, бер ҡыйынлыҡһыҙ Өфө дәүләт нефть-техник университетының нефть-газ эше факультетына уҡырға ингән. Әйткәндәй, каратэ буйынса республика, Рәсәй кимәлендәге еңеүҙәре - спорт ҡаҙаныштары өсөн БДИ һөҙөмтәләренә тос ҡына балдар ҙа өҫтәгәндәр. Сәм-дәрт булһа, уҡыуҙа ла, спортта ла өлгөрәһең. Бөгөн Алексей үҙе һәм яҡындары тырышлыҡтарының һөҙөмтәһен күреп ҡыуана.
Фото: Марат Әйүпов архивынан.
Читайте нас: