Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Август 2019, 02:00

ИШЕМБАЙ ХОККЕЙСЫЛАРЫ, ТИЕРҘӘР ӘЛЕ!

“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына - 100 объект” программаһы сиктәрендә Ишембайҙа ҙур төҙөлөш барғанын беләбеҙ. Уның тамамланыуын бигерәк тә спорт һөйөүсе йәштәр, балалар көтә. Һүҙ - Боҙ һарайы тураһында.

Көтөргә күп ҡалманы – быйыл йыл аҙағына был ҙур спорт объекты сафҡа индереләсәк. “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә урынлашҡан Боҙ һарайы Ишембай халҡы алдында хоккей, конькиҙа йүгереү кеүек спорт йүнәлештәрендә ҙур мөмкинлектәрҙе аса.
Муниципаль район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Дарик Ҡорбанов билдәләүенсә, бөгөн объектты төҙөүҙә бер ниндәй тотҡарлыҡтар юҡ. Финанслау тулы күләмдә һәм ваҡытында бара, генераль подрядсы булған “КапиталСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә үҙ йөкләмәләренә яуаплы ҡарай.
Боҙ һарайы бер юлы 500 кешене һыйындыра ала. Спорт комплексына ҡараған биналар һәм ҡоролмаларҙың дөйөм майҙаны 4200 квадрат метрға етәсәк.
Хоккей һөйөүсе йәштәргә быға тиклем ҡышты көтөп алырға тура килһә, спорт объекты
төҙөлөп бөтөү менән боҙ йыл әйләнәһенә буласаҡ.
Читайте нас: