Тиҫтәнән ашыу район һәм ҡаланан килеп еткән командаларҙы район хакимиәте исеменән спорт комитеты рәйесе Альберт Сәғәҙиев ихлас сәләмләне. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған күп көнлөк уҙышта 2004-2005, 2006-2007 йылғы үҫмерҙәр көс һынашасаҡ. Иртәгә ҡыҙҙар-егеттәрҙе 50 километрға төркөм уҙышы көтә. Саңғы базаһындағы трассаны улар бөгөн үк өйрәнә һалды.