Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2019, 02:00

Тән һәм күңел сәләмәтлегенә асҡыс

Спорт һәм физкультура үҫеше өсөн ауылдарҙа ла мөмкинлектәр киңәйә. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советының Сәлих ауылы буйынса спорт методисы Фидан Фәрит улы МӘҺӘҘИЕВ менән ошо ауылдағы спорт мөмкинселектәре, йәштәрҙең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләштек.

Спорттың мәртәбәһе һәр заманда ла юғалмай. Берәүҙәр йүгереүҙе үҙ итһә, икенселәр көрәшкә ылыға, үҙҙәрен саңғыла күреүселәр ҙә аҙ түгел. Төрлө ярыштарҙа зал тулы көйәрмәндәр йыйылыуы ла халыҡтың спортты яратыуы, ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләй.
Спорт һәм физкультура үҫеше өсөн ауылдарҙа ла мөмкинлектәр киңәйә. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советының Сәлих ауылы буйынса спорт методисы Фидан Фәрит улы МӘҺӘҘИЕВ менән ошо ауылдағы спорт мөмкинселектәре, йәштәрҙең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләштек.
- Фидан Фәрит улы, үҙең спортҡа, физкультураға яҡын булмаһаң, бындай яуаплы бурысты башҡарыу мөмкин түгелдер. Спортҡа мөнәсәбәтегеҙ нисек?
- Мин бәләкәйҙән, Сәлих мәктәбендә уҡыған саҡтан уҡ спорттамын. Тәүге физкультура уҡытыусым Рөстәм Мирасов күңелемдә спортҡа һөйөү уятты. Мәктәптә уҡығанда волейбол, йүгереү, гер күтәреү менән шөғөлләндем. Шахмат, шашкаға ла өлгөрә инек. Һәр класта тәҙрә төбөндә шашка, шахмат таҡталары була торғайны. Дәрескә иртәрәк килһәк йәки тәнәфес ваҡыттарында геү килеп шунда уйнаныҡ. Ул ваҡытта уҡыусылар күмәк, спорт залдары ла гөрләп торҙо. Дәрестән һуң тороп ҡалып волейбол уйнай инек, тышта футбол типтек. Ҡышын көн һайын саңғыла шыуҙыҡ. Ярыштарҙан да ситтә ҡалманыҡ, район кимәлендә урындар яуланыҡ. Петровск ауылына барып волейбол буйынса еңеп ҡайтҡан ваҡиға күңелдә матур булып һеңеп ҡалған. Шул бала саҡта спортҡа һалынған һөйөү ғүмер буйы оҙата килә. Аҙаҡ башҡа һөнәр һайлаһам да, ғаилә ҡорғас та спорттан ситләшмәнем. Хәҙер үҙемдең балаларымды ла спортҡа йәлеп итергә тырышам. Бассейнға бергә йөрөйбөҙ, йүгерәбеҙ. Үҙем йәштәр менән волейбол уйнайым, гер күтәрәм.
- Йәштәр менән тигәс, Сәлих йәштәре спортты яратамы?
- Уларҙы спорт залына йәлеп итергә тырышабыҙ. Ауылда йәштәрҙең аҙайыуы ғына күңелде ҡыра. Күптәр ситтә эшләй. Шуға спорт залдары һәр ваҡыт тулы түгел. Ә бына йома, шәмбе етһә, студенттар ҙа ҡайта, шул ваҡытта волейбол, баскетбол уйнарға күп йыйылалар. Сәлихтәр ярыштарҙан да ситтә ҡалмай. Еңел атлетика, саңғы, йөҙөү, шахмат, шашка, гер күтәреү, армспорт буйынса әүҙемдәр һәм уңыштары ла бар. Һуңғы ҡаҙаныштарға күҙ һалғанда, Азалия Шаньязова менән Илүзә Шәмсетдинова йөҙөү буйынса район чемпиондары, еңел атлетика буйынса Булат Маҡшығолов, Ильяс Фәтиев, Айрат Сәфиуллин, Лилиә Ҡаһарманова уңыштар яуланы. Йәштәр генә түгел өлкәндәр ҙә ҡалышмай. Зөфәр Зәйнетдинов, Рамазан Мөхәмәҙуллин, Фәнил Мәһәҙиев шахмат буйынса еңеүселәр.
Бына әле “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” исемле район ярышына әҙерләнәбеҙ. Унда Фәнил Мәһәҙиевтың ғаиләһе ҡатнашасаҡ.
- Спорт менән шөғөлләнеү өсөн ауылда шарттар бармы һуң?
- Бик яҡшы шарттар булдырылған беҙҙә. Йылы, матур спорт залыбыҙ бар! Инвентарҙәр ҙә етерлек, был йәһәттән спорт комитеты ярҙам итә. Ауыл хакимиәте башлығы Әмир Төхвәт улы Сәфиуллин уңыштарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынып тора, ярышҡа барғанда ла ярҙам итергә тырыша. Ғөмүмән, хәҙер ауылдарҙа ла рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнергә була. Йылданйыл спорт залдары яңыртылыуы, ремонтланыуы тураһында беләбеҙ. Ҡалаға килеп тә шөғөлләнергә мөмкин – йөҙөргә яратыусылар өсөн ике бассейн эшләй, бына тигән саңғы трассаһы бар, унда хатта башҡа ҡалаларҙан да киләләр, стадионда ла бар уңайлыҡтар булдырылған.
- Физкультурниктар көнө уңайынан ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Спорт - кешене насар ғәҙәттәрҙән арындыра, организмды нығыта. Шуға ла һәр кем спорт менән дуҫ булырға тейеш. Барлыҡ физкультура уҡытыусыларын, спорт буйынса методистарҙы байрам менән ҡотлайым. Һаулыҡ, ғаилә бәхете, спортта тик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен теләйем. Резеда
Фото: автор.
Читайте нас: