Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июль 2019, 02:00

Ҡулыңдан килә икән – үҫтер, йоҡлатма һәләтеңде!

Таныш булығыҙ: республикала иң көслө йәш шахматсыларҙың береһе, Ишембай егете Ринат Фәхретдинов. Хәйер, зирәктәр спорты менән ҡыҙыҡһынған яҡташтар араһында уның ошо йылдарҙағы уңыштарын күҙәтеп барғандар ҙа байтаҡтыр.

Таныш булығыҙ: республикала иң көслө йәш шахматсыларҙың береһе, Ишембай егете Ринат Фәхретдинов. Хәйер, зирәктәр спорты менән ҡыҙыҡһынған яҡташтар араһында уның ошо йылдарҙағы уңыштарын күҙәтеп барғандар ҙа байтаҡтыр.
2018 йылда Волга буйы федераль округы беренселегенә ярыштарҙа 2-се урын (4-се тапҡыр!), Башҡортостан Республикаһы беренселегендә үҙ йәштәштәре төркөмөндә беренсе урын. Был әле ун етеһе лә тулмаған Ринаттың һуңғы йылдарҙағы ғына ҡаҙаныштары. Зирәк, ныҡышмал егет менән танышыу ниәте күптән бар ине. Әмәле лә сыҡты - календарҙа 20 июль Халыҡ-ара шахмат көнө булараҡ билдәләнә икән. Ә геройҙы йыраҡтан эҙләйһе түгел. Атаһы Наил Зариф улына шылтыратып, редакцияға килеп китеүен үтендек. “Үҙен бик маҡтағанды яратмай бит әле, миҙалдарын тотоп килеүе икеле. Нисәгә?”, - тине ул атайҙарса ғорурланып, ҡыуанып. Әйткәндәй, Ринатты тап атаһы шахмат юлында тәпәй баҫтыра. 5-6 йәшендә оло ағайҙар менән уйнарға тартынмаған малай бөгөн инде ил кимәлендә ярыша. Билдәле шахматсылар Л.Полугаевский, Р.Гумеров иҫтәлегенә ярыштарҙа өлкәндәр менән бер тиң уйнауын да ул “тәжрибә өсөн генә” тип баһалай. Ә иң дауамлы уйынын - 5 сәғәттән ашыу шахмат таҡтаһына текәлеп ултырғанын күҙ алдына килтерһәң, әҙерәк ҡыйын да булып китә.
- Быйыл яуаплы йыл, алда Берҙәм дәүләт имтиханы. Компьютерҙа программалау ҡыҙыҡһындыра, ошо йүнәлеш йәки математика буйынса китермен тип уйлайым. Ярыштарға әҙерлек ваҡытында уҡыуҙар ҙа ҡалғыланы, әммә ҡыуып тотоуы ҡыйын булманы. Теләк бар икән, күп нәмәгә өлгөрәһең, - ти ҡалалағы 12- се лицейҙың алдынғы уҡыусыларының береһе булған әңгәмәсем. Баҫалҡыраҡ булһа ла, тәрән фекерле, яҡты йөҙлө Ринат менән аралашҡан мәлдә ошо уй ебәрмәне – йәштәргә өлгө кәрәк тибеҙ, ә ул араларында! 2018 йылдан Рәсәй мәктәптәренә аҙнаһына бер сәғәт шахмат дәресен индереүҙе лә хуплай егет. Шахмат уйларға,ҡыйыу эш итергә өйрәтә! Ғөмүмән, уны лидерҙар, көслө рухлылар уйыны, тиеүселәр хаталанмайҙыр.
- Тиҫтерҙәреңде компьютер уйынынан айырып булмағанда, нисек шул тиклем шахматҡа бирелгәнһең, тигәнерәк һорауҙарҙы йыш ишетәм. Кемгә нәмә оҡшай бит. Бәләкәйҙән ниндәйҙер шөғөл күңелеңде яулаһа, ҡулыңдан килгәнен тойһаң, уны ташлап ҡуймау яҡшы. Мин атай-әсәйемә ошоноң өсөн ныҡ рәхмәтле, - ти Ринат. Аҡыллы егеттең һүҙҙәренә тағы нимә өҫтәйһең!
Фото: автор.
Читайте нас: